Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРОТКОВ Михаил Ефимович

Просмотров: 643

КОРОТКОВ Михаил Ефимович [28.07.1910, Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсәкәй районы) — 1.8.1976, Октябрьский ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урта Волга коммунистар вузын (Һамар ҡ., 1931) тамамлаған. 1937 й. башлап “Востокнефть” тресында эшләй, 1939 й. алып “Туймазанефть” тресы идарасыһы урынбаҫары, 1953 й. — “Башзападнефтеразведка” тресы идарасыһы, 1970—72 йй. “Башнефть” берекмәһенең Октябрьский быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Маншыр нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын, Дим, Раевка нефть ятҡылыҡтарын разведкалауҙы ойоштороусы. Ленин (1959), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары менән бүләкләнгән. Октябрьский ҡ. почётлы гражданы.

К.С.Баймөхәмәтов

 Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022
Связанные темы рубрикатора: