Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 1227

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ, Бөрйән районы Байназар а. киңлегенән Белорет районы Сермән а. киңлегенә тиклем төньяҡ‑көнсығышҡа табан һуҙылып Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны яҡынса 800 км2. 4 ҙур тау тоҡомо массивы айырыла: Төньяҡ, Үҙән, Урта һәм Көньяҡ Ҡыраҡа. Массивтарҙың формаһы изометрик, эллипсоидҡа яҡын. Массивтар башлыса ультраһелтеле тоҡомдарҙан — дунит, пироксенит һ.б. тора; сикләнгән һанда амфиболит, габбро, долерит бар. Тыштан массивтар серпентинит меланжы менән солғанған. Ҡ.т.к. ультраһелтеле тоҡомдары һәм уларҙы һыйындырған ордовик, силур, девондың ултырма һәм вулканоген‑ултырма ҡатлауҙары көслө йыйырсыҡланыуға, бүленеүгә, ҡабарыуға, милонизациялауға, брекчияларға әйләнеүгә дусар була. Хәҙерге заман күҙлегенән ҡарағанда, Ҡ.т.к. массивтары Көнсығыш Европа платформаһының пассив континенталь ситенең батиаль һәм шельф ултырмаларына Уралдың көнсығыш битләүенән шыуып килеүсе утрау дуғаһы һәм океан комплекстарынан ғибәрәт булған аллохтон булып тора (Ю.В.Казанцев, Т.Т.Казанцева, М.А.Камалетдинов, Е.Е.Милановский, В.Н.Пучков һ.б.). Ҡаплау шыуҙырмаһының амплитудаһы 50 м кәм түгел. Ультраһелтеле тоҡомдарҙың йәше ордовикка тура килә. Ҡ.т.к. сиктәрендә хром мәғдәне ятҡылыҡтары билдәле: Хәмит (Әбйәлил районы), Оло Башарт, Менжинский исемендәге (Бөрйән районы) ятҡылыҡтар һ.б.

  Әҙәб.: К а м а л е т д и н о в М.А., К а з а н ц е в а Т.Т. Аллохтонные офиолиты Урала. М., 1983; П у ч к о в В.Н. Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа, 2000.

О.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.03.2023
Связанные темы рубрикатора: