Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КРАСНОХОЛМСКНЕФТЬ”, предприятие

Просмотров: 1442

“КРАСНОХОЛМСКНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ЯСЙ. Игровка, Уръябаш, Борай нефть ятҡылыҡтарын һәм Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Яңауыл ҡ. урынлашҡан. Составына 6 нефть һәм газ сығарыу цехы, ҡатламда баҫымды тотоу, скважиналарҙы капиталь һәм ер аҫтында ремонтлау, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, етештереүҙе автоматлаштырыу, ҡорамалдарҙы прокатлау һәм ремонтлау, электр ҡорамалдарын прокатлау‑ремонтлау һәм энергия м‑н тәьмин итеү, ғилми‑тикшеренеү һәм етештереү эштәре, быу һәм һыу м‑н тәьмин итеү, төҙөлөш-монтаж ремонты, юл ремонтлау-төҙөү эштәре, автотранспорт цехтары, соц.‑көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү участкаһы һ.б. ингән. Уҡыу‑курс комб‑ты булған. Бырауланған скважиналар фонды — 5672 берәмек. 1964 й. “Башнефть” берекмәһе составында “К.” нефть промыслаһы идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1970 й. алып НГДУ, 1995 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2003 й. — ЯСЙ. 2005 й. ябыла, “Арланнефть”, “Южарланнефть” һәм “К.” базаһында “Башнефть” АНК ААЙ‑ның “Башнефть—Яңауыл” филиалы ойошторола, 2009 й. башлап “Башнефть” АНК ААЙ “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “К.” НГДУ‑һы. “К.” тәүге тапҡыр карбонатлы ҡатламдарҙың кислоталы гидравлик өҙөлөүе, асыҡ горизонталь скважина үҙәктәренең гидравлик ек перфорацияһы, горизонталь скважиналарҙың биреү профилен гидродинамик һәм геофизик тикшереү, юғарыла һыу үткән скважиналарҙы туҡтатып бер үк ваҡытта стационар булмаған һыуландырыу, промысла юлдары төҙөү өсөн нефть шламдарын утилләштереү, скважиналарҙың етештереүсәнлеген арттырған һәм ҡатламдарҙың һыу ағымын сикләгән вибротулҡын технологиялары, дилатацион‑тулҡын йоғонтоһо индерелә. “К.” м‑н В.Е.Благовещенский, Ә.С.Бәхтейәров, П.Ф.Викторов, Ю.Г.Пензин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: