Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОТЛОБУЛАТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 633

ҠОТЛОБУЛАТ, Ҡама, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Нөгөш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 174 кеше; 1920 – 286; 1939 – 169; 1959 – 179; 1989 – 188; 2002 – 191; 2010 – 219 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәнкем-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. аҙ. алып билдәле. Аҫаба Ҡотлобулат Сурағолов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡамалар булараҡ теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 115 кеше йәшәгән, 1865 й. 24 йортта – 125 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән, борам эшләгән. 80‑се йй. башында Ҡ. 1875 й. нигеҙләнгән Һалдат утары ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: