Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы

Просмотров: 826

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы [24.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Абдулла а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 17.2.2015, Өфө ҡ.], инженер‑иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1970). Мәскәү транспорт‑иҡтисад институтын тамамлаған (1953). 1960 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда: 1968 й. — лаборатория етәксеһе, 1973 й. — лаборатория мөдире; 1987—2002 йй. Башҡортостан нефть сәнғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында (1989—92 йй. лаборатория мөдире) эшләй. Ҡ. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле Пластобит‑2М изоляция ҡапламаһы һәм уның менән магистраль үткәргес торбаларҙы көпләү технологияһы уйлап табылған. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1983).

  Х е ҙ м.: Экономика, организация управления и планирования нефтеснабжения. М.,1975 (авторҙ.)

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023
Связанные темы рубрикатора: