Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛАГИНА Елена Ивановна

Просмотров: 820

КУЛАГИНА Елена Ивановна (21.12.1953, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Геология институтында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 2017 й. — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1991—2000 йй. һәм 2011—15 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге карбон стратиграфияһы һәм палеонтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. К. тарафынан Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығышының иртә һәм урта карбонында фораминиферҙарҙың таралыу һәм эволюция законлыҡтары өйрәнелә, башҡорт ярусы һәм серпухов ярусының стратиграфик схемалары нигеҙләнә. Урал төбәк ведомство‑ара стратиграфик комиссияһының карбон секцияһы етәксеһе (2010).

Хеҙм.: Стратотипические и опорные разрезы башкирского яруса карбона Южного Урала. Уфа, 2001 (авторҙ.); Пермский риф шахтау. Уфа, 2015 (авторҙ.); Атлас фораминифер и микрофаций верхнедевонских и каменноугольных отложений Северной Евразии. Фаменский и турнейский ярусы. М., 2018 (авторҙ.).

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.04.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: