Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛИКОВ Фёдор Семёнович

Просмотров: 774

КУЛИКОВ Фёдор Семёнович (16.2.1906, Калуга губернаһы Барятино а. — 28.11.1964, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1937) “Башнефть” тресы геологик эҙләнеүҙәр контораһының партия начальнигы, 1942 й. алып “Башнефтеразведка” тресының бүлек етәксеһе, 1950 й. — “Башвостокнефтеразведка” тресының (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.) баш геологы, 1962—64 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның бүлек етәксеһе. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы менән бәйле. Арлан нефть ятҡылығын, Ҡушкүл нефть ятҡылығын, Сергеевка нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын һ.б. асыуҙа ҡатнаша. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1959).

  Х е ҙ м.: Волго‑Уральская нефтегазоносная область. М., 1957 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023
Связанные темы рубрикатора: