Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШЕМБАЙ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

Просмотров: 1026

ИШЕМБАЙ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ, эҙләү, разведкалау, эксплуатациялау скважиналарын быраулау һәм һынау, ш. уҡ ситке үҙәктәр ҡаҙыу һәм быраулау ысулы м‑н эксплуатациялау скважиналарының иҫкергән фондын тергеҙеү, быраулау ҡулайламалары төҙөү эштәрен башҡарған. 1930 й. Стәрлетамаҡ район быраулау контораһы булараҡ ойошторола, 1936 й. алып Ишембай быраулау контораһы, 1970 й. — “Башнефть” берекмәһенең И.б.э.и., 1999 й. ябыла. 1930 й. башлап пр‑тие 57 нефть һәм газ ятҡылығы аса. Пр‑тиела тармаҡта тәүге тапҡыр үтә тәрән скважиналарҙың ҙур диаметрлы өҫкө интервалдарын реактив турбиналы бырауҙар м‑н быраулау (1970), үтә тәрән (7000 м тиклем) скважиналарҙы быраулау урынында электр энергияһын эшләп сығарыу өсөн газ турбиналы двигателдәр м‑н быраулау (1980) технологиялары индерелә. Составына быраулау, вышка монтажлау һәм прокат-ремонт участкалары цехтары, транспорт колоннаһы ингән. Нефть скважиналарын быраулауға төп заказ биреүсе “Ишимбайнефть” НГДУ-һы булған. Пр‑тие м‑н М.З.Ғәйфуллин, Н.М.Шлюхин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле була.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: