Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 1752

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ, ағастан, папье-машенан йәки металдан эшләнгән, рәсем, ҡайһы берҙә инкрустация м‑н биҙәлгән, лак м‑н ҡапланған әйберҙәр. Н.л.с. төп үҙенсәлектәре — шымартылған өҫтөң ялтырап тороуы, фон, рәсем һәм инкрустация төҫтәренең ҡапма‑ҡаршылығы; әйберҙәр йыйнаҡ һәм зиннәтле, ғәҙәттә, уларға биҙәкле һәм сюжетлы-тематик композициялар, үҫемлек, хайуан һүрәттәре м‑н биҙәлеү хас. Башҡортостанда Н.л.с. биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең бер төрө булып тора һәм 20 б. 70‑се йй. “Ағиҙел” ПБ һәм М.И.Калинин ис. Мәскәү художество-сәнәғәт уч‑щеһының Өфө филиалы ойошторолғас барлыҡҡа килә. 1974 й. В.П.Грачёва етәкс. “Ағиҙел” ПБ рәссамдары төркөмө башҡ. орнаменты нигеҙендә хохлома техникаһы б‑са биҙәлгән әйберҙәр эшләү өсөн һүрәт төшөрөү алымдарын, техникаһын булдыра, пластика телен, төҫтәр, ағастан төрлө формалар эҙләү эшен башлай. 80‑се йй. башына был йүнәлештәге әйберҙәрҙә үҙҙәренә генә хас ҡабатланмаҫ стиль барлыҡҡа килә. Айырыуса “Ағиҙел” ПБ эксперименталь-художество лаб. ваҡ партиялар м‑н эшләнгән әйберҙәре художество ҡиммәте йәһәтенән айырылып тора, мәҫ., Р.Әхмәтшинаның бал һауыттары (1979), П.Панинаның “Илһамланыу” ы (1985), Л.Малинскаяның һауыт‑һабалары (1989). 1977 й. алып миниатюралар эшләгән рәссамдар төркөмө Федоскин технологияһы б‑са лаклы миниатюралар техникаһын үҙләштерә. Ә.Ғ.Йәнбухтина ҡатнашлығында ижади эҙләнеүҙәр Көнсығыш мосолмандары мәҙәниәтенә хас булған орнаменталь биҙәү йүнәлешен үҫтереүгә йүнәлтелгән була: З.Ҡотлоеваның “Көнсығыш мотивтары” (1983), Р.Ф.Әминеваның “Төн” (1996) ҡумталары, И.Волкованың ҡурай һауыты (2005). Урындағы рәссамдарҙың Палех, Мстёра, Федоскиндарҙың лаклы минитюраларының классик мираҫын артабан өйрәнеүе башҡ. лаклы миниатюралар сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итә, уларҙың эштәре эклектиканың сағыу өлгөһөнә әүерелә. 80‑се йй. аҙ. Н.л.с. ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүе күҙәтелә. 20 б. аҙ. – 21 б. башында был өлкәлә эҙмә‑эҙлекле художестволы эҙләнеүҙәр ҡайһы бер оҫталар ижадында ғына сағыла. Жанрлы композицияны, әкиәт һәм тарих темаларын үҙ иткән Н.А.Бурзянцева Палех миниатюраһы традицияһында эшләй: “Ал сәскә” ҡумтаһы (1991). Л.Г.Вавилова‑Гордеева ижадына пейзаж, сәскә шәлкемдәре һәм жанрлы мотивтар хас, уның эштәрендә Федоскиндың Н.л.с. алымдарының йоғонтоһо һиҙелә, композиция үҙәк элемент тирәләй ҡорола, йыш ҡына ҡара төҫтәге фон (нюанс принцибы б‑са) урынына төҫлө фон, биҙәктәрҙә алтын буяу ҡулланыла: “Йәй” (1992), “Киске сың” (1997) ҡумталары. Рәссамдар Әминева һәм А.Ш.Ҡоҙаяров йыш ҡына көнсығыш миниатюраларына тартыла; уларҙың эштәре реалистик мотивтар, пейзаж, композиция м‑н айырылып тора. Ҡоҙаяров башлыса башҡорттарҙың тарихына, көнкүрешенә, фольклорына мөрәжәғәт итә, мәрүәтле инкрустация ҡуллана, уның эштәре стилистикаһында Мстёра һәм Федоскин алымдарының элементтары күренә: “Тылсымлы сәскә” (1995), “Шишмә” (2002) ҡумталары. Импровизацияны күберәк ҡулланған Әминеваның эштәрендә Федоскин Н.л.с. ҡайһы бер һыҙаттары күҙәтелә. Уларҙы ул ҡатмарлы биҙәкле композиция рәүешендә бирә, ҡайһы берҙә Ҡөрьән сүрәләренән (ҡара: Мосолман каллиграфияһы) өҙөктәр ҡуллана, йәки хикмәтле сәскә, бөжәктәр м‑н биҙәй: “Көнсығыш” (1992), “Күбәләктәр” (1999), “Орнаментлы” (2001) ҡаптары. Башҡ. авторҙарының художестволы биҙәк һәм лаклы миниатюра әҫәрҙәре Беренсе Бөтә Союз халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһендә (1978—79), Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған Бөтә Союз үҙешмәкәр ижад һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһендә (1985), Художество кәсептәре пр‑тиеларында Хохлома технологияһы б‑са биҙәү һәм лаклы миниатюра сәнғәтен индереү мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй ғилми конференция күргәҙмәһендә (1987; бөтәһе лә — Мәскәү), “Оло Урал оҫталары” Төбәк халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһендә (Ҡурған ҡ., 1999), БАССР ойошторолоуына 60 йыл тулыуға арналған Респ. һәүәҫкәр рәссамдар һәм халыҡ биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталарының күргәҙмәһендә (1979), Башҡортостандың респ. проф. биҙәү- ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә (1997, 2002, 2008; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. күрһәтелә. Н.л.с. әйберҙәре “Ағиҙел” ДУП‑ы музейында, Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейында__ (Мәскәү), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана: кат. выст. /авт.-сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002; Я н б у х т и н а А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: