ҠАРАМЫШЕВ Лотфулла Ғибәҙулла улы
ҠАРАМЫШЕВ Лотфулла Ғибәҙулла улы [22.10.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Йомаҡ а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 27.3.1985, Салауат ҡ.], совет партия эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен тамамлаған (1949). 1936 й. алып Бөрйән р‑ны халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы. 1945—47 йй. ВКП(б) Воскресенка район ком‑тының бүлек мөдире, 1949 й. башлап КПСС‑тың Күгәрсен район ком‑ты секретары, 1951 й. — КПСС‑тың Күгәрсен, 1951 й. сент. — Хәйбулла район ком‑ттарының 2‑се секретары. 1954 й. алып Хәйбулла, 1959 й. — Учалы район хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма ком‑ттары рәйесе. 1961 й. башлап Салауат машиналар эшләү з‑дының кадрҙар бүлеге нач., 1963—68 йй. инженеры. БАССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1957).
Әҙәб.: Стародубов Н. Герои целины //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Карамышев Л.Г. //Герои труда. Уфа, 2011.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина