Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРЛЫМАН ШӘКӘР-ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

Просмотров: 941

ҠАРЛЫМАН ШӘКӘР-ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, шәкәр, мал майы, айыртылмаған һөт продукцияһы, ҡуйыртылған һөт етештерә. 1941 й. ойошторола, 1951 й. Ҡарлыман шәкәр з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ. 1999 й. Ҡарлыман һөт-консерва комб‑ты (1949 й. нигеҙләнгән, 1952 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1993 й. башлап ААЙ) м‑н берләштерелә, 2000 й. алып Ҡ.ш.‑һ.‑к.к., 2007 й. ябыла. Составына шәкәр етештереү; айыртылмаған һөт, ҡайнатыу, майонез, металл банкалар, йомшаҡ тара эшләү цехтары; ҡабул итеү, ҡуйы шәрбәт ҡайнатыу, үлсәп төрөү бүлектәре; май һаҡлағыс; 2 сөгөлдөр ҡабул итеү һәм 2 һөт ҡабул итеү пункты ингән. 2000 й. 1570 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: