КӨСӨК‑МАЯҠ, Учалы р‑нындағы ауыл
КӨСӨК‑МАЯҠ, Маяҡ, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 71 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 223 кеше; 1920 — 299; 1939 — 304; 1959 — 202; 1989 — 114; 2002 — 145; 2010 — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Озёрный урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, Мортазин М. музейы бар.
Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тиләү улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Көсөк исеме м‑н билдәле. Тәүге төпләнеүсе яҫауыл Көсөк Мортазин исеме м‑н аталған. 1795 й. 12 йортта 98 кеше йәшәгән, 1866 й. 51 йортта — 249 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 2002 й. хәҙ. исемен йөрөтә. М.Л.Мортазин ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов