Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КОБЗАРЬ”, украиндар милли‑мәҙәни үҙәге

Просмотров: 1260

“КОБЗАРЬ” Башҡортостан  украиндарының  республика  милли-мәҙәни  үҙәге, БР украиндарының рухи мәҙәниәтен үҫтереү, украин телен, милли традицияларҙы, йолаларҙы, Украинаның тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, дәүләт органдарында һәм ижтимағи ойошмаларҙа украиндарҙың законлы мәнфәғәттәре исеменән эш итеү һәм уларҙы яҡлау маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. “К.” украин мәҙәниәтен яратыусылар ширҡәте булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. милли‑мәҙәни үҙәк статусын ала, 2002 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Украин бөтә донъя координацияһы радаһы, Рәсәй украиндары берекмәһе, БР халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы булып тора. “К.” эргәһендә “Берегиня” украин ҡатын-ҡыҙҙары союзы, “Пласт” украин йәштәре союзы, Украинистика үҙәге эшләй. “К.” булышлығында туған тел өйрәнгән 4 дөйөм белем биреү һәм 3 йәкшәмбе мәктәбе эшләй, украин тарихимәҙәни үҙәге м‑н берлектә “Кобзарик” респ. йәйге лингв. лагеры булдырылған; 20‑гә яҡын украин художестволы үҙешмәкәрлек коллективы ойошторолған; мәктәп уҡыусылары һәм студенттар “Артек” халыҡ‑ара балалар үҙәгенә, Халыҡ‑ара Украинаны өйрәнеү лагерына (Львов ҡ.) ялға ебәрелә. Йыл һайын “Ой радуйся, Земле!”, балалар һәм йәштәр өсөн “Червона калина” украин мәҙәниәте фестивалдәре, Иван Купала байрамы һ.б. үткәрелә. Үҙәк ҡатнашлығында “Башҡортостан менән Украинаның социаль‑иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеген үҫтереү” (Өфө, 2002), “Рәсәйҙә украинистика: тарихы, торошо, үҫеш тенденциялары” (Мәскәү, 2009) халыҡ‑ара фәнни-ғәмәли конференциялар үткәрелгән. 1993—95 йй. украин телендә “Криница” гәз. сыҡҡан.

Әҙәб.: Украина—Башкортостан: годы испытаний и сотрудничества. Уфа, 1992; Украина—Башкортостан: связь времён. Уфа, 2001.

В.Б.Дорошенко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019