Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕЗЕНКОВ Леонид Васильевич

Просмотров: 920

ЛЕЗЕНКОВ Леонид Васильевич (1894, Өфө — 1933, февр., шунда уҡ), рәссам. Юғары художество‑техник оҫтаханаларын тамамлаған (Мәскәү, 1925). 1927—33 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыта. Башҡортостанда һынлы сәнғәтте формалаштырыуҙа үҙ өлөшөн индерә. 20—30‑сы йй. ижад иткән “Алма менән натюрморт”, “Ҡайындар”, “Производство мотивтары” эштәре, ш. уҡ байтаҡ портреттары этюд рәүешендә ижад ителгән. Л. башлыса балалар һәм ҡатын‑ҡыҙ образдары йәлеп итә, баҙыҡ һәм хис‑тойғоло ҡатмарлы натуралар ҡыҙыҡһындыра (“Эделева ҡыҙының бала саҡтағы портреты”, “Дәүләкән ауылы артисткаһының портреты”, “Автопортрет”); сезаннизм йүнәлеше яҡлы була, рәссамдың иң билдәле эштәренең береһе “Натюрморт” (1926) бының асыҡ дәлиле. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы. 1927 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уҡыусылары араһында К.И. Герасимов, Ғ.С.Мостафин, А.В.Храмов. Эштәре БДХМ коллекцияһында һаҡлана.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.:  1. Л.В.Лезенков. Натюрморт. Фанера, майлы буяу. 1926. БДХМ.

2. Л.В.Лезенков. Автопортрет. 1920 йй. БДХМ.

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019