Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИТВИНОВ Сергей Александрович

Просмотров: 1002

ЛИТВИНОВ Сергей Александрович (15.8.1925, Себер крайы Карташёво а. – 19.11.2003, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Свердловск төҙөлөш техникумын тамамлағандан һуң (1949) Өфөнөң проект ин‑ттарында архитектор, 1960 йй. уртаһынан – 80‑се йй. тиклем Башҡ‑н ижади производство комб‑ты рәссамы. Уның рәсем сәнғәте әҫәрҙәрендә төҫ хәл иткес роль уйнай: тәүге осор эштәре акварель йомшаҡлығы, һуңғылары буяуҙарҙың ҡуйылығы баҙыҡлығы м‑н айырылып тора. “Таш әкиәт” (1960), “Урал өҫтөндә күбәләктәрҙең осошо” (1965), “Өфө ситендә төн” (1977), “Абаға сәскә ата” (1982), “Атылған йондоҙ” (1984) картиналарында Себер һәм Уралдың үҙенсәлекле тәбиғәте һүрәтләнгән. “Мари йорто” (1970), “Башҡорт ихатаһы” (1975), “Ата-әсәләр көнө” (1985) һ.б. сюжетлы картиналарында рухи сығанаҡтарҙы һәм халыҡ традицияларын һаҡлауҙың мөһимлеген күрһәтә. Шулай уҡ станокта башҡарылған графика, монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1959 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1997, 2002, 2005). Эштәре БДХМ‑да, Өфө художество галереяларында, РСФСР Мәҙәниәт министрлығында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Х е ҙ м.: Полёт шмеля. Уфа, 2004.

Әҙәб.: Малахитовый Урал. Сергей Литвинов. Живопись: буклет-кат. /авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1997.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: С.А.Литвинов. Иңкештең осоуы. 1968, БДХМ

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019