ЛОБАНОВ Владимир Геннадиевич
ЛОБАНОВ Владимир Геннадьевич (1.1.1959, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2015). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлаған (1980; педагогы Н.А.Калинушкин). 1985—90 йй. БДПИ‑ла, 1995 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта.
Ижады кешенең рухи донъяһына һиҙгер иғтибар, киң фәлс. дөйөмләштереү м‑н айырылып тора. 80‑се йй. автопортреттар, күп фигуралы мизансценалар һәм мөхитте һүрәтләгән тормош‑көнкүреш жанры әҫәрҙәрен ижад итә (“Өйҙә”, “Йыр”, икеһе лә — шамот), был эштәренә тәрән мәғәнә һәм метафора хас: (“Йоҡо”, алюмин; “Автопортрет”, ағас). 90‑сы йй. алып форма һәм киңлек нисбәтен яңыса аңлау күҙәтелә: “Шайтан таяғы” серияһы (ағас, еҙ, бронза), “Киңлек һәм ваҡыт”, “Конструкция” композициялары; ҡуйы буяуҙар файҙалана — “Ете һылыу” (бөтәһе лә — ағас). Миҙал эшләү сәнғәте өлкәһендә эшләй. Р.Х.Нуриев (1994), Ғ.Ф.Ҡадиров (1998), М.Н.Арыҫланов (2003), З.Ғ.Исмәғилев (2004), З.А.Биишева (2008), Калинушкинға (2010) мемориаль таҡтаташтар, Р.Р.Мәүлитовтың (2001) ҡәберенә һәйкәл, Г.К.Жуковҡа һәйкәл‑бюст (2005), М.В.Нестеровҡа һәйкәл (2015, Ф.С.Нуриәхмәтов м‑н авторҙашлыҡта; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. авторы. Уҡыусылары араһында Нуриәхмәтов. 1978 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1986). Эштәре БДХМ‑да, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”) Респ. күргәҙмә‑конкурсы лауреаты (Өфө, 1999). БР‑ҙың М.В.Нестеров ис. Дәүләт пр. лауреаты (2018).
Әҙәб.: Скульптура Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1996; Объекты: кат. выст. Уфа, 2005.
Ф.М.Миңлеғолова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова