Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒЛИЕВ Рәмил Рафаэль улы

Просмотров: 917

МӘҒЛИЕВ Рәмил Рафаэль улы (12.5.1960, Өфө), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2011). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. 20 б. 80‑се йй. аҙ. ижадының төп өлкәһе — станок графикаһы (меццотинто, ҡоро энә, монотипия һ.б.). М. образлы уй-фекеренә айырыуса литография яҡын: ижади эштәре тыуған яҡтың гүзәллегенә (“Тулған ай”, 1994; “Эш осоро тамам”, “Берештамаҡ”, икеһе лә — 1995; “Иҫке Өфө”, “Йәйге театр”, икеһе лә — 1996), кешенең уй‑кисерештәренә (“Ҡаланан китеү”, 1992; “Күбәләк өҫтөндә осоу”, 2002) арналған. Рәссам традицион реализмға үҙгәреш индерә: әҫәрҙәрендәге киңлектең хәл ителеше яҫылыҡтарҙы ирекле рәүештә шылдырыуҙан ғибәрәт. 21 б. башынан М. акварель техникаһына мөрәжәғәт итә, унда киңлек трактовкаһы классик традицияларға нигеҙләнә; уның эштәренә был техникала һирәк осраған эпик, монументаль характер хас (“Тауҙарҙағы иртә”, “Ел”; икеһе лә — 2003). 1984 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1996, 2003, 2011, 2012). Эштәре БДХМ, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Ирбит һынлы сәнғәт музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Рамиль Маглиев. Графика: альбом /авт.‑сост. И.Оськина. Уфа, 1997.

 И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019