Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МӘЖМӘҒЕЛ ХИКӘЙӘТ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы

Просмотров: 997

“МӘЖМӘҒЕЛ ХИКӘЙӘТ” (“Хикәйәттәр йыйынтығы”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. Китап төрлө фарсы телле йыйынтыҡтарҙан төрки теленәтәржемә ителгән 33 хикәйәтте үҙ эсенә ала. 1775 й. Себер губернаһында йәшәгән Мөхәмәтрәхим бин Рафиҡ тарафынан төҙөлгән. Ҡулъяҙмаһы — ТР ФА‑ның Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт ин‑ты (Ҡазан) архивында, фотокүсермәһе Ғилми архивта һаҡлана. Китапҡа ингән әҫәрҙәр мажаралы, сатирик йәки фантастик характерҙа, дөйөм сюжет һыҙығы юҡ. Яҡшылыҡ м‑н яуызлыҡтың көрәше, ғәҙеллектең тантана итеүе төп тема булып тора. Хикәйәттәрҙең йомғаҡлау өлөшөндә өгөт-нәсихәт бирелә. “М.х.” башҡорттар араһында киң таралған була. 1984—85 йй. Башҡортостанда һәм Ырымбур өлк. ойошторолған археографик экспедициялар ваҡытында “М.х.” китабына ингән ҡайһы бер хикәйәттәрҙең бер нисә ҡулъяҙмаһы табыла (“Падишаһ һәм пәри ҡыҙы” һ.б.); ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡланалар.

Әҙәб.: Мәжмугыл хикәят. 1‑че кит. Казан, 1994. 

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019