Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНҺАЖЕТДИНОВ Марат Хәләф улы

Просмотров: 920

МИНҺАЖЕТДИНОВ Марат Хәләф улы (18.5.1934, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а. — 2.7.1972, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байым а., тыуған яғында ерләнгән), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. Филол. ф. канд. (1964). М.М.Минһажетдинованың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) шунда уҡ эшләй (1965— 67 йй. филол. ф‑ты деканы урынбаҫары). 1962—1965 йй., 1968— 70 йй., 1972 й. Башҡортостан буйлап йыл һайын үткәрелгән фольклор экспедицияларының етәксеһе була. Фәнни эшмәкәрлеге Һ.Л.Дәүләтшина, К.Мәргән, Ғ.Әмири, Н.Нәжми һ.б. башҡ. яҙыусыларының ижадын, башҡ. фольклорының сәсмә жанрҙарын өйрәнеүгә арналған. Ул Л.Г.Бараг м‑н берлектә тылсымлы һәм хайуандар т‑дағы башҡ. әкиәттәрен халыҡ‑ара Аарне—Томпсон күрһәткесе б‑са классификациялай. М. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы һәм башҡ. мәктәптәре өсөн башҡ. әҙәбиәте б‑са дәреслектәр авторҙашы. М. — “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“История башкирской советской литературы”; 2‑се киҫәк, 1966) баҫмаһы авторҙарының береһе; күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе һәм уға аңлатмаларҙың авторҙашы. 1994 й. Учалы р‑ны хакимиәте уның исемендәге премия булдыра.

Х е ҙ м.: Һәҙиә Дәүләтшина: тормошо һәм ижады. Өфө, 1966; Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар. Өфө, 1995.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Ә. Марат Минһажетдинов — фольклорсы //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1999. 3‑сө сығ.; Ш ә н г ә р ә е в а С.М. Эскерһеҙ ғалим //Шунда уҡ. 

 

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Ә.М.Сөләймәнов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019