Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИФТАХОВ Ҡәйүм Ғайнан улы

Просмотров: 736

МИФТАХОВ Ҡәйүм (Ғәбделҡәйүм) Ғәйнан улы [16.6.1892, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нәсибаш а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 4.10.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ының Байтыҡ а., Фрунзела ерләнгән], фольклорсы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” (1907—11), “Ғәлиә” (1911—13) мәҙрәсәләрендә уҡый, Ҡырғыҙ пед. ин‑тын (1937; Фрунзе) тамамлаған. 1908 й. алып ҡаҙаҡтар араһында уҡыта; Урта Азиялағы 1916 й. ихтилалдан һуң башҡа ҡасаҡтар м‑н бергә Синьцзян (Ҡытай) провинцияһына сығып китә, унда мосолман балалары өсөн үҙе асҡан яңы ысуллы мәктәптәрҙә уҡыта. 1920 й. алып Ҡырғыҙстанда йәшәй һәм эшләй. Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн (1916—47) ҡырғыҙ эпосы “Манас”ты яҙып алыуға арнай. Төрки халыҡтарҙың фольклоры, этнографияһы һәм теле б‑са бай материал туплай (Ҡырғыҙстан респ. Милли ФА‑ның Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тының ҡулъяҙмалар фондында һаҡлана). Ҡырғыҙстан совет яҙыусыларының 1‑се респ. съезы делегаты (1934). Ҡырғыҙ АССР‑ы Мәғариф ХК‑ның Академик үҙәге ағзаһы (1927). Бешкәктә Дуҫлыҡ йортондағы Татар ижт. үҙәгендә уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Н.Ҡ.Мифтахов, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019