Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСӘЛИМОВ Тәлғәт Хәсән улы

Просмотров: 1150

МӘСӘЛИМОВ Тәлғәт Хәсән улы (27.1.1958, БАССР‑ҙың Миәкә районы Шатмантамаҡ а.), график. РФ‑тың (2022) һәм БР‑ҙың (2012) атҡаҙанған рәссамы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Рәссамдар союзы (1991), Рәсәй дизайнерҙар союзы (2002) ағзаһы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй (1993 й. алып художество графикаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта Нәфис кейеҙ сәнғәте үҙәге етәксеһе). Эштәренең төп темаһы — тыуған яҡ тарихы, халыҡ хикәйәттәре, хәҙерге йәмғиәт проблемалары (“Туҡайға арнау” триптихы, 1986; “Халыҡ йырҙары мотивтары буйынса”, “Бала саҡ хәтирәләре”, “Тормоштан” сериялары, бөтәһе лә — 1989; “Аҡмулла”, 2004). М. график эштәренә йыйнаҡ композиция, форма менән штрих пластикаһының баҙыҡ булыуы хас (“Мәңге әйҙәүсе ер”, “Уйҙар”, икеһе лә — 1990; “Яратҡан сәскәләр”, 1996; “Ваҡыт”, 2006). Автор манераһы фекерен тамға, орнамент элементтарын файҙаланып, ассоциациялар аша сағылдырыуға ҡоролған. Эштәрендә донъя күренештәре этнографик реалиялар һәм мосолман эстетикаһы символдары аша һүрәтләнә (“Бүләк”, 2005; “Китап”, 2006). Шулай уҡ нәфис кейеҙ сәнғәте өлкәһендә эшләй. 1978 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1990, 1998, 2008, 2013, 2015, 2016, 2019), Ҡазан (1999, 2019), Яр Саллы (2000), Йошкар‑Ола (2019 й. декабре — 2020 й. феврале), Алабуға (2020). Эштәре Нестеров М.В. исемендәге художество музейында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙарҙа, галереяларҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты (1991).

  Х е ҙ м.: Художественная графика. Эстамп: метод. пособие. Уфа, 2003; Художественный войлок. Уфа, 2007 (авторҙ.). Олимпиада по изобразительному искусству в Республике Башкортостан. Уфа, 2011 (авторҙ.).

  Әҙәб.: Тәлғәт Мәсәлимов. Рисунок: альбом. Уфа, 2005; Талгат Масалимов. Тропинки детства: альбом. Уфа, 2005.

Э.П.Фенина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023