Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРКӘБАЕВ Ғәбделхәй (Әбделхәй)

Просмотров: 857

ИРКӘБАЕВ Ғәбделхәй (Әбделхәй) [1893, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡорман а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 28.3.1919, АСБР‑ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Преображен- ский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, публицист. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. 1917 й. майынан — Башҡорт өлкә бюроһы, июлдән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты. 3‑сө Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Ш.Бабич, Х.Ғ.Ғәбитов, Н.Т.Таһиров һ.б. м‑н берлектә “Тулҡын” Бөтә башҡ. йәштәр ойошмаһын төҙөү инициати- ваһы м‑н сығыш яһай. Июлдә Т.Ғ.Имаҡов м‑н берлектә Бөрйән-Түңгәүер ирекле отрядын (ҡара: Башҡорт ирекле отрядтары) төҙөүҙә ҡатнаша, һуңынан отряд нач. урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1919 й. февр. Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша. Артабан Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының матбуғат бүлегендә эшләй. “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”, “Башҡорт” һ.б. гәзиттәрҙә И. башҡорт халҡының милли көрәшенә арналған мәҡәләләре, эсселары һәм шиғырҙары баҫтырыла. И. ҡулъяҙма мираҫы Граждандар һуғышы йылдарында юғала. Бабич м‑н бергә Егерменсе уҡсылар дивизияһының 1‑се Смоленск уҡсылар полкы һалдаттары тарафынан үлтерелә.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

Р.Н.Мәсәлимов, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019