МОСОЛМАН КАЛЛИГРАФИЯҺЫ
МОСОЛМАН КАЛЛИГРАФИЯҺЫ, биҙәү сәнғәтенең бер төрө; ул башҡорттарҙың художестволы мәҙәниәтендә ислам таралғандан һуң барлыҡҡа килә. Башҡортостанда М.к. ҡулъяҙма китаптарҙа (ш. иҫ. Ҡөрьәндә), шәжәрәләрҙә, шамаилдарҙа ҡулланыла. М.к. өлгөләре ш. уҡ бинаның фасадтары һәм интерьерҙары (ҡара: Килем мәсете, Килем һарайы), ҡәбер таштары (Хөсәйенбәк кәшәнәһенең ҡәбер ташындағы эпитафия) биҙәлешендә, тәңкәләрҙә, ювелир әйберҙәрҙә (ҡара: Нәфис металл сәнғәте) осрай, намаҙлыҡ һ.б. көнкүреш әйберҙәрен биҙәгән ҡатмарлы орнаменталь композицияларға (ҡара: Орнамент) индерелә. 19—20 бб. баштарында М.к. традициялары баҫма матбуғатты, ш. иҫ. иҫке баҫма китаптарҙы, художестволы биҙәүҙә сағыла. 1920 йй. стилләштерелгән ваҡ шрифтар барлыҡҡа килә, улар журнал һәм китаптарҙың тышын биҙәүҙә киң ҡулланыла башлай; ғәрәп шрифтары графикаһында конструктивизм йоғонтоһо һиҙелә. 20 б. китап баҫыуҙа М.к. ҡулланыуҙы сикләйҙәр, ваҡыт үтеү м‑н ул бөтөнләй юҡҡа сыға һәм ҡайһы бер ауыл оҫталары ижадында ғына һаҡланып ҡала. 20 б. 80‑се йй. алып М.к. традициялары рәссамдар С.М.Ғиләжетдинов, Р.Р.Ҡадиров, М.М.Мөхәмәтов, З.Х.Сәйетбатталова, Р.Ә.Сәлимгәрәев, В.М.Ханнанов, В.Ғ.Шәйхетдинов, Э.М.Әсәҙуллина һ.б. ижадында яңыса интерпретациялана, уларҙың эштәрендә М.к. һәм заманса технологиялар, материалдар ҡулланып яңыса хәл ителгән сюжет-композицияларҙы, төҫтәрҙе һәм биҙәктәрҙе берләштереү күҙәтелә. М.к. Каруанһарай, “Ләлә‑Тюльпан” мәсеттәре, Беренсе йәмиғ мәсете биҙәлешендә күрергә мөмкин, унда нәфис (ҡулдан төшөрөлгән) шрифтар (дизайн графикаһы, китап графикаһы һ.б.) ҡулланылған; 90‑сы йй. башынан дини уҡыу йорттарында уҡыу предметы булараҡ өйрәнелә.