Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕНӘЗ

Просмотров: 859

КЕНӘЗ, ҡәбилә йәки ҡәбиләләр берләшмәһе юлбашсыһы, 9—16 бб. Рәсәйҙә дәүләт йәки дәүләт берәмеге м‑н идара итеүсе, һуңыраҡ нәҫелдән күсә килгән почётлы титул. Шәжәрәләр һәм башҡа тарихи сығанаҡтар б‑са, башҡорттарҙа — ырыу йәки ырыуҙар берләшмәһе (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре), ырыуҙар башлығының нәҫелдән күсә килгән титулы. Күпселек тикшеренеүселәр фекеренсә, башҡорттарҙа К. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң барлыҡҡа килә. Ҡәбилә йәки ырыу (ҡара: Аҫабалыҡ) биләгән терр‑яла адм., хөкөм сығарыу һ.б. хоҡуҡтарҙан файҙаланалар. Илгә хәүеф янаған ваҡытта хәрби ополчениены етәкләйҙәр. Ер биләү һәм ерҙе файҙаланыуҙа өҫтөнлөккә эйә, күп мал хужалары булалар. Ҡоролтай һәм йыйындар ойошторалар, уларҙың эшендә ҡатнашалар. 16 б. аҙ. алып башҡорттарға титул батша тарафынан күрһәткән эштәре өсөн бирелә, 18 б. — аҡрынлап тархан титулы тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. 18 б. 30‑сы йй. К. күпселек өлөшө хәрби походтарҙа ҡатнашҡаны өсөн тархан титулы ала. В.В.Вельяминов-Зернов мәғлүмәттәре б‑са, 1734—35 йй. 47 башҡ. К. (ш. иҫ. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусынан — 21, ш. уҡ даруғаның Үҫәргән улусынан — 13, Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусынан — 10, Нуғай даруғаһы Мең улусынан — 3 кеше) тархан титулы бирелә. Башҡ. К. вариҫтарының күпселеге һуңынан дворян ҡатламына (ҡара: Дворянлыҡ) күсерелә. Ырымбур губернаһының һәм Өфө губернаһының К. титулы йөрөткән киң билдәле дворян нәҫелдәре: Йәнекәевтәр, Ҡыуатовтар, Тереғоловтар.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019