Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАРОВ Михаил Алексеевич

Просмотров: 1454

М.А.Назаров. Өҫтәл артында. Киндер, темпера. 1970. Третьяков галереяһы (Мәскәү)

НАЗАРОВ Михаил Алексеевич [24.5.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡананикольский а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 29.8.2019, Өфө], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2002). Рәссамдар союзы ағзаһы (1981). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын (1951; педагогтары Б.Ф.Лалетин, А.Э.Тюлькин), Эстония художество ин‑тын (Таллин, 1958; педагогы И.А.Кимм) тамамлаған. 1979—83 йй. һәм 1993 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта.

Башҡорт неоавангардының (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) иң күренекле вәкилдәренең береһе. Н. эштәренә монументаль образдар, аныҡ ритм һәм колоритлы структура, форманы артыҡ ябайлаштырып үҙгәртеп күрһәтеү, предметтарҙы һәм уның өлөштәрен “беркетеү”, фигураларҙы ҡаймалау хас. Байтаҡ эштәре аппликатив коллаж техникаһында (“Зинка Пустыльникованың көн итеше”, 1988—93), ҡатнаш техникала (“Һуғыш ҡатындары”, 1976) башҡарылған. Ауыл тормошона хас сюжеттарҙы сағылдырғанда [“Мәжлес (Башҡынайым минең)”, 1964; “Ҡаҙҙар баҙары”, 1972; икеһе лә — киндер, темпера] натура мотивтарынан һәм конкрет персонаждан концептуаль образ-типҡа күсә (“Хеҙмәтсәндәр”, 1974; “Мөнир менән Мөнирә”, фанераға йәбештерелгән ҡағыҙ, темпера; 1976). “Тәрегә ҡаҙаҡланған” серияһында (1990 йй.) уның геройҙарына хас аскетизм һәм эске күңел хистәре; абстракт һәм декоратив предмет композицияларында (“Сүкештәр менән натюрморт”, 1967; “Быйма менән натюрморт”, 1976; икеһе лә — киндер, темпера) ауыл‑көнкүрешенең ауырлығы сағылыш ала; күп кенә график эштәре серияһында (“Инжил сюжеттары”, 1993—98; “Иконалар һәм сәскәләр”, 2002—03) әхлаҡи-этик ҡиммәттәр т‑да фекер йөрөтә. Н. натуранан төшөргән рәсемдәре лә бар (“Зина апай”, 1988—93; “Ирәндектә”, 2002; икеһе лә — ҡағыҙ, ҡәләм; “Тюлькинға илткән урам”, ҡағыҙ, акварель; 1992). Уҡыусылары араһында Ә.М.Мәзитов, Й.Ә.Сөләймәнов. “Һары бейә” художество төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе (1989). 1959 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Екатеринбург (1989, 1994), Өфө ҡҡ. (1993, 2003). Эштәре БДХМ, Рус музейы (С.‑Петербург), Екатеринбург һәм Силәбе һынлы сәнғәт музейҙары, Новосибирск художество музейы, Третьяков галереяһы, Хәҙерге сәнғәт музейы (икеһе лә — Мәскәү) коллекцияларында һ.б., Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

     Әҙәб.: Сары бия=Жёлтая лошадь: выставка произведений башкирских художников. Живопись: каталог. М., 1991; Михаил Назаров. Живопись. Рисунок. Акварель: альбом‑кат. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.11.2019
Связанные темы рубрикатора: