НЕЧАЕВА Тамара Павловна
НЕЧАЕВА Тамара Павловна (17.10. 1922, Воронеж губ. Народная ст. ҡсб – 16.8.2003, Өфө), скульптор, керамика оҫтаһы, монументалист, рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1974), БАССР‑ҙың халыҡ (1968) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Рәссамдар союзы ағзаһы (1943). 1940—41 йй. Ленинградтың Мәскәү р‑ны мәҙәниәт йортоноң художество студияһында уҡыған. 1941 й. алып Өфөлә. 1958—67 йй. БАССР Рәссамдар союзы рәйесе. Ижадының формалашыуына А.П.Лежнев йоғонто яһай. Н. күп яҡлы таланты һынлы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә сағылыш таба. Ижади эшмәкәрлеген рәссам булараҡ башлай. “Салауаттың хәрби ҡоралдары” (1947), “Урал хазиналары” (1948) һ.б. эштәре сағыу буяуҙарға бай булыуы м‑н иғтибарҙы йәлеп итә. Рәсемдәренә хас булған күләмле пластикаға ынтылышы уның скульптураларында ла ғәмәлгә аша. Н. респ. тәүгеләрҙән булып Салауат Юлаевҡа Өфөлә (1952, бронза; 1969 й. һүтеп алына, 1998 й. “Янғантау” шифаханаһы терр‑яһында ҡуйыла) һәм Эстонияның Палдиски ҡ. (1989, сүкелгән баҡыр, гранит); С.Т.Аксаковҡа (1959, бронза), Ш.Ә.Хоҙайбирҙинға (1981, гранит, Б.Д.Фузеев м‑н берлектә; икеһе лә — Өфө) һ.б. һәйкәлдәр ижад итә. Психологик портрет йүнәлешен үҫтереп, төрлө материалдарҙан әҫәрҙәр ижад итә: М.М. Шайморатов (1952, төҫлө гипс), М.Кәрим (1961, мәрмәр), З.Ғ.Исмәғилев (1967, алюминий), Ғ.Ф.Ҡадиров (1974, керамика) һ.б. портреттары. Нәфис фарфор сәнғәтендә уникаль әҫәрҙәр серияһы авторы: “Өс таған бейеүе”, “Саялыҡ” (икеһе лә — 1955), “Башҡорт һылыуҡайы” (1956) һ.б. Авторҙың төҫтәргә, формаға, ритмға һөйөүе нәфис керамика сәнғәтендә асыҡ сағыла: “Алһыу йыр” (1967), “Башҡортостан нефте” (1974) паннолары; “Бал” сервизы (1972), “Ҡурай” вазаһы (1982), “Башҡорт бейеүе” таштабағы (1984) һ.б. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1943 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1943, 1956, 1992, 1997). Эштәре БДХМ, Өфө художество галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Бөтә Рәсәй биҙәү- ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейы, РФ Мәҙәниәт министрлығы музейы (икеһе лә — Мәскәү) коллекцияларында, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында, “Искра” кинокомплексында, “Башнефть” АНК‑нда, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа, музейҙарҙа һаҡлана. БССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1991). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1998).
Әҙәб.: Тамара Павловна Нечаева: каталог / авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1984.
В.М.Сорокина
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова