Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРМӨХӘМӘТОВ Рәшит Мөхәмәтбарый улы

Просмотров: 1524

НУРМӨХӘМӘТОВ Рәшит Мөхәмәтбарый улы (4.9.1925, Өфө — 23.8. 1986, шунда уҡ), рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1970), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1968) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын (1950; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И. Урядов), В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын (1956; педагогтары В.П.Ефанов, В.Г.Цыплаков) тамамлаған. 1958—72 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһының, 1973—80 йй. ӨДСИ‑ҙең художество бүлеге мөдире була. 1960— 65 йй. һәм 1971—80 йй. БР Рәссамдар союзы рәйесе. Н. күренекле башҡ. рәссамдарының береһе, ул башлыса жанрлы һәм портрет рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Нефтселәр һәм ауыл хеҙмәтсәндәренә арналған портреттар, картиналар серияһы авторы: “Быраулаусы Ғәфүр” (1959), “Башҡорт балта оҫтаһы” (1962), “Һауынсы Рыҫҡолова” (1963), “Нефтселәр төбәгендә” (1969) һ.б. Матурлыҡ өлгөһө итеп күҙ алдына килтерелгән халыҡсан образдарҙы рәссам сағыу һәм асыҡ буяуҙар аша күрһәтә; тамашасының иғтибарын геройҙың ихтыяр көсөнә, уның йыйнаҡлығына, рухи аныҡлығына, хис донъяһына йүнәлтә. Камерный портреттарына лирик биҙәктәр хас: “Самауыр артында” (1962), “Етеш ҡартлыҡ”, “Тәслимә” (икеһе лә — 1964) һ.б., был эштәрендә автор төрлө жанр элементтарын ҡуллана. Респ. билдәле шәхестәре, башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәре: С.Агиш (1953), З.Ә.Насретдинова (1955), М.Ҡ.Яҡупов (1967), З.Ғ.Исмәғилев, М.Кәрим (икеһе лә — 1974), Т.Т.Күсемов, Д.Б.Мурзин (икеһе лә — 1975) портреттарын; 70—80‑се йй. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары портреттары циклын; Башҡортостан тәбиғәтенә арналған: “Саҡса ауылы эргәһендә Ағиҙел”, “Ҡариҙелдә эңер” (икеһе лә — 1975), “Уралда көҙ” (1981) пейзаждарын ижад итә. “Батыр тураһында легенда. Тыуған ауылда” (1967), “Шәриғәт ҡорбандары” (1969) һүрәттәре халыҡтың оптимизм м‑н һуғарылған рухи көсө идеяһын сағылдыра. Алыҫ Төньяҡ һәм Алтайҙағы сәйәхәттәренән һуң жанрлы һүрәттәр, портреттар, пейзаждар серияһы — “Алыҫ Төньяҡ күгендә” триптихы, “Поляр түңәрәгенең аръяғына юл асыусы” (икеһе лә — 1974), “Алтайҙа көҙ” (1983) һ.б. — донъя күрә. 1947 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1970, 1975, 1986, 1995, 2005), Севастополь, Алма-Ата (икеһе лә — 1975), Ҡазан, Ленинград (икеһе лә — 1976) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Милли музей, музейҙар, галереялар коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1969). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: Г о л о в а н о в Н.Н. Рашид Мухаметбареевич Нурмухаметов. Л., 1972; Б о д р о в а Э. Рашид Нурмухаметов. Уфа, 1976; Рашид Нурмухаметов: альбом. Уфа, 1986. а

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019