Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕНӘЗ МИХАИЛ ҠОРОС-ТУП ФАБРИКАҺЫ

Просмотров: 755

КЕНӘЗ МИХАИЛ ҠОРОС-ТУП ФАБРИКАҺЫ, 1859 й. ҡаҙна тарафынан Златоуст (Косотур) заводы эргәһендә нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна; 1917 й. һуң национализациялана. Златоуст тау заводы округына ингән. 1860 й. эшләй башлай. Составында сеймал, ҡорос ҡойоу, сүкеү, быраулау һәм бер нисә ярҙамсы цех була. 3 пар сүкеше, һауа өрҙөрөүсе пар машинаһы, 130 горны, ҡорос көбәкле орудие ҡойоу өсөн станы һәм быраулау өсөн 20 пушка станогы була. 19 б. 60‑сы йй. ф‑кала П.М.Обухов етәкс. ҡойолған тигель ҡоросон етештереү технологияһы индерелә. 1860 й. 4, 12 ҡаҙаҡлы (йәҙрә ауырлығы б‑са) ҡорос пушкалар ҡойола. Фабрика ҡойолған ҡорос, ҡорал көбәге өсөн ҡойолмалар һ.б. артиллерия орудиеларына әҙерләмәләр, деталдәр һ.б. етештергән. 19 б. 60‑сы йй. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 80‑се йй. башында) артиллерия орудиелары етештереү туҡтатыла (ҡорос-туп етештереү Пермь ҡ. күсерелә). Фабрикала етештерелгән ҡорос пушка Лондонда үткән бөтә донъя күргәҙмәһендә (1862) алтын миҙалға лайыҡ була. К.М.ҡ.-т.ф. бер нисә пушкаһы С.‑Петербургтағы Артиллерия, инженер һәм элемтә ғәскәрҙәре Хәрби-тарихи музейында һаҡлана.

 

Әҙәб.: Кавадеров А. Князе-Михайловская сталепушечная фабрика в Златоусте //Горный журнал. 1868. №1; Падучев П.П. Первые русские стальные пушки //Исторический вестник. 1894. Т.56.

Ю.П.Окунцов

Тәрж. Г.У.Казина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019