Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРНАМЕНТ

Просмотров: 3198

ОРНАМЕНТ т р а д и ц и о н (лат. ornamentum – биҙәк), геом. йәки һүрәтләү (үҫемлек, зооморф, антропоморф) элементтарын берләштереү йәки аралаштырыу юлы м‑н эшләнгән биҙәк. Башҡорттарҙа О. тирмә һ.б. торлаҡ, башҡорт кейеме, традицион биҙәүес, йорт кәрәк‑ярағы (ҡара: Традицион йыһаз), табыныу предметтары, ҡорал, ат егеү кәрәк‑ярағы һ.б. биҙәлешендә киң ҡулланылған; О. үҙенсәлектәре Көньяҡ Себер, Урта һәм Үҙәк Азиялағы малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән төрки-монгол ҡәбиләләре һәм Волга менән Урал буйындағы игенселек м‑н шөғөлләнгән фин‑уғыр халыҡтары мәҙәниәттәренең үҙ-ара йоғонтоһо процесын‑ да формалаша, унда төрки компоненты төп урынды биләй. О. боронғо, дини характерҙағы тамғаларҙан барлыҡҡа килгән (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар). Таш быуаттың Урал тауҙарындағы ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙә зооморф, соляр тамғалар төшөрөлгән тәүге орнаменталь мотивтар күҙәтелә; тәбиғәт күренештәрен һәм ритмын сағылдырған геом. элементтар (нөктә, штрих, кәкерсәк, түңәрәк һыҙыҡтар) ямғыр, ҡояш, ур‑ ман, тулҡындарҙы һ.б. символлаштыра. Бронза быуаты дәүерендә керамик һауыттарҙың биҙәктәрендә геом. О. өҫтөнлөк иткән, ул аныҡ ритм м‑н айырылып торған. Ҡояш культына бәйле соляр тамғалар (түңәрәк эсенә алынған төрлө конфигурациялы тәреләр рәүешендәге һүрәттәр) һәм яҡтылыҡты, утты, тормошто, мәңгелек хәрәкәтте һәм үҫеште символлаштырған биҙәкле мотивтар киң таралған; улар төрлө металл пластинкалар, кейем һыҙаттары, хәрби ҡоралдар һәм ат егеү кәрәк‑ярағын биҙәү өсөн ҡулланыла. Вертикаль һәм горизонталь һыҙыҡлы күк м‑н ер араһындағы донъяның тотороҡлоғон раҫлаған, ҡапма-ҡаршы башланғыстарҙы берләштергән тәре символы бинар системаларҙың (күк—ер, ут—һыу, көн—төн, ир—ҡатын, яҡшылыҡ—яуызлыҡ, яҡтылыҡ— ҡараңғылыҡ) боронғолар аңында мөһим роль уйнауын күрһәтә. Иртә тимер быуат дәүерендә Уралда таралған йәнлек стилендәге әйберҙәр спираль элементтар һәм кәкерсәктәр м‑н бай биҙәлгән була; урта быуатта Уралдың йәнлек стиле сәнғәтендә яҫы металл сулпылар, кеше, хайуан, ҡош (ат, арыҫлан, бөркөт һ.б.) һүрәттәре төшөрөп селтәрләп эшләнгән пластиналар таралған була. О. үҫешендә боронғо тамғалар системаһы ҙур роль уйнаған. Солоҡ умарталарында, бал, ҡымыҙ, һөт өсөн төрлө ағас һауыттарҙа уйылып яһалған ырыу тамғаларының үҙгәреүе О. график нигеҙҙәрен киңәйтеүгә һәм ҡатмарлаштырыуға булышлыҡ итә. Исламдың таралыуы реалистик һүрәттәрҙең юғалыуына сәбәпсе була, башҡ. традицион сәнғәтендә О. формалары бер стилгә яраҡлаштырыла һәм бигерәк тә геом. мотивтар киң таралыу ала; О. шамаилдарҙағы ҡөрьән текслы эпиграфик яҙыуҙарҙа, китап графикаһында, архитектур ҡоролмаларҙың, ш. иҫ. мәсеттәрҙең, биҙәү элементтарында ҡулланыла. Башҡорттарҙың традицион сәнғәтендә орнамент мотивтарының төп 2 төрө формалаша: геом. (уңдырышлылыҡ, тормоштоң башланғысы символы булған ромб айырылып тора) һәм кәкре һыҙыҡлы ҡусҡар элементтары (ҡусҡар – төрлө комбинацияла үләнде, бөрөнө, мөгөҙҙө, тулҡынды, сәскәне, ҡояшты һәм ырыуҙың йәшәү ҡеүәтен сағылдырған символ – ағасты хәтерләтә). Башҡ. О., ғәҙәттә, күп төҫлө, баҙыҡ һәм контраст булыуы м‑н айырылып тора, унда йылы тонлы ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәр өҫтөнлөк итә; ғәҙәттә, йөндөң тәбиғи төҫтәре (аҡ, һоро, ҡара), ҡайһы берҙә күк, зәңгәр, алһыу зәңгәр төҫтәр ҡулланыла; фондың төҫө башлыса ҡыҙыл, һары, ҡара, һирәк осраҡта аҡ була. 19 б. 2‑се ярт. тиклем тәбиғи буяуҙар ҡулланғандар, анилин буяуҙар ҡуллана башлау төҫ гаммаһының сағыулығын көсәйтә. О. төҙөлөшөнөң нигеҙен симметрия тәшкил итә, уның ритмик үҫеше ябай композицияларҙан ҡатмарлыға күсеүгә ҡоролған (көҙгөләге сағылыш һымаҡ, таҫмалы, түңәрәк, селтәрле композиция). Ғөмүмән алғанда, О. үҙенсәлектәре әйберҙең тәғәйенләнешенә, формаһына, материалына бәйле. Н.В.Бикбулатов, Ә.Ғ.Йәнбухтина, Е.Е.Никанорова, С.И.Руденко, Н.Х.Хисмәтуллина, С.Н.Шитова, И.Д.Әхмәтйәнова, Р.Б.Әхмәров һ.б. тикшеренеүҙәрендә башҡ. О. анализ яһала. Бикбулатов 6 төп орнамент комплексын билдәләй. 1‑сеһе бордюр, розетка композицияларындағы ябай геом. фигураларҙы үҙ эсенә ала, бындай фигуралар ағас һырлауҙа бик күп ҡулланылған, аппликацияларҙа, балаҫ һуғыуҙа, бәйләүҙә, һирәкләп сигеүҙә осрай. 2‑сеһе төрлө спираль рәүешендәге кәкре һыҙыҡлы биҙәктәр, күсмә тормош көнкүреш әйберҙәрен биҙәү өсөн ҡулланылған мөгөҙ һәм йөрәк рәүешендәге фигураларҙан ғибәрәт, күн, кейеҙ, тамбурлы сигеү, көмөш һырҙары апплика‑ цияларында осрай. 3‑сөһө күн һәм металл әйберҙәрҙә баҫып төшөрөлгән, гравёрланған, сүкеп яһалған, көмөш ялатылып башҡарылған техникаларҙа, ш. уҡ текстиль изделиеларҙа тамбурлы сигеүҙең төрлө төҫлө мотивтарында осраған стилләштерелгән үҫемлек биҙәктәре (ҡара: Намаҙлыҡ). 4‑сеһе туҡыусылыҡ, балаҫ һуғыуға бәйле ҡатмарлы биҙәктәр төркөмөн берләштерә (келәм, шаршау, ашъяулыҡ, таҫтамал уртаһын биҙәгән ромбтар, йондоҙҙар, күпмөйөштәр). 5‑сеһендә – һарауыс биҙәктәрендә таралған ике‑яҡ ситтә ҡапма‑ҡаршы (ҡоштар, хайуандар) һәм уртала (тыныслыҡ ағасы, ҡатын‑ҡыҙ) торған фигуралар композицияһы. 6‑сыһы байрам кейемендә, таҫтамалдарҙа, ашъяулыҡтарҙа, һ.б. йорт кәрәк‑ярағында туҡыусылыҡ һәм сигеү әйберҙәренең хисап биҙәктәрен (квадрат, ромб, розетка һ.б.) үҙ эсенә ала. Сағыу милли характерҙағы традицион О. башҡ. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең үҙенсәлеген көсәйтә. Традицион О., ҡайһы бер элементтары һәм уларҙың интерпретациялары халыҡ оҫталары һәм проф. рәссамдар З.П.Гайслер, В.П.Грачёва, А.А.Ефимова, Ф.Р.Йәрғәлиев, М.В. Конверт, Р.Й.Миңлебаев, Т.Х.Мәсәлимов, Р.Ә.Сәлимгәрәев, Р.З.Харисов, И.М.Ямалетдинов һ.б. ижадында, ш. уҡ батик, нәфис кейеҙ сәнғәте, гобелен, нәфис ағас сәнғәте, дизайн, нәфис керамика сәнғәте, нәфис күн сәнғәте, кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләү сәнғәте, нәфис лак сәнғәте, нәфис металл сәнғәте, нәфис текстиль сәнғәте, монументаль сәнғәттә ҡулланылыш тапҡан. Шулай уҡ ҡара: Витраж.

Әҙәб.: А х м е р о в Р.Б. Об истоках декоративно-прикладного искусства башкирского народа. Уфа, 1996; Х и с м а т у л л и н а Н.Х. Орнаментально-колористическая основа башкирского народного искусства. Уфа, 2000; Я н б у х т и н а А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. XX век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

З.С.Толомбаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Тамға — башҡорт орнаментының төп элементы

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023
Связанные статьи: