Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУҪА ЗАВОДЫ

Просмотров: 971

ҠУҪА ЗАВОДЫ, 1789 й. Себер даруғаһы Әйле һәм Сырҙы улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡуҫа й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында Л.И.Лугинин (ҡара: Лугининдар) суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Лугининдар, 1798 й. алып Дәүләт ассигнация банкыһы, 1811 й. башлап ҡаҙна; 1796— 98 йй. һәм 1800—11 йй. А.А.Кнауфта ҡуртымда була; 1918 й. нацио‑ нализациялана. 1789 й. эшләй башлай. Златоуст тау заводы округына ингән.

1790 й. 2 домна мейесе, 2 крица сүкеше, 1797 й. 2 домна мейесе, 8 крица сүкеше, 1841 й. 2 домна мейесе, 8 крица горны, 8 крица сүкеше, 80‑се йй. башында домна мейесе, 2 вагранкаһы, 7 крица горны, 7 гидравлик һәм 2 пар сүкеше, һауа өрҙөргөс һәм пар машиналары, локомобиле була.

1864 й. Ҡ.з. 2 рудник ҡарай, 80‑се йй. — 10 рудник (шуларҙың 2‑һе эшләгән). 80‑се йй. башына заводтың 84 мең дисәтинә ере була. 1860 й. заводта 1197 тау сәнәғәте крәҫтиәне иҫәпләнә. 19 б. макс. суйын етештереүсәнлек — 298,7 мең бот (1885), тимер — 77 мең бот (1885) тәшкил итә; 20 б. башында макс. суйын етештереүсәнлек — 837,9 мең бот (1915). 1840 йй. тимер алыуҙың контуаз ысулы индерелә. 20 б. башында цехтар һәм завод бинаһы электр уты м‑н яҡтыртыла башлай, ат йөрөткән тимер юлы селтәре һалына. 19 б. башынан артиллерия снарядтары һәм уның өлөштәре эшләнә (1890 й. — яҡынса 81 мең дана, 1903 й. 165 мең дананан ашыу артиллерия снаряды етештерелә).

19 б. 2‑се ярт. суйын әйберҙәр етештереү үҙләштерелә. Мейес ҡорамалдары, ҡәбер ташы, рәшәткәләр, ҡоймалар, төрлө һауыт-һаба, статуэткалар һ.б. етештерелә (1900 й. — 90,2 мең бот, 1912 й. 169,8 мең бот суйындан ҡойолған әйберҙәр етештерелгән). Художестволы ҡойоу үҫешенә Кәҫле заводы оҫталары йоғонто яһай (ҡалыплау ысулдарына, изделиеларҙы төшөрөүгә, әүәләүгә, биҙәүгә һ.б. өйрәтәләр). Ҡ.з. художестволы изделиелар каталогында 1913 й. 243 әйбер булған. Ҡ.з. изделиелары Милан (1906), Омск (1911) ҡҡ. — алтын, Стокгольмда (1883) көмөш миҙал һ.б. м‑н бүләкләнгән. 1903 й. Ҡ.з. эске тәртип ҡағиҙәләре үҙгәртелгән яңы иҫәп-хисап кенәгәһен ғәмәлдән сығарыу талабы м‑н күмәк сыуалыштар булып үтә. 2004 й. алып “Ҡуҫа ҡойоу- машиналар эшләү заводы” ЯСЙ. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Ҡуҫа ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Ҡағы заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. В.Х.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019