Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨСӨКӨВТАР

Просмотров: 1677

КӨСӨКӨВТАР, дворяндар нәҫеле. Силәбе өйәҙе (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) Барын-Табын улусы Иҫәнгилде а. башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Көсөк, сотник. Уның улы — Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) К. (1764 й. — 1840 й. һуң), 10‑сы класлы чиновник (1821). Рус-прус-француз һуғышында (1806—07) ҡатнашыусы. 1800—25 йй. 5‑се башҡ. кантоны башлығы. 1778—80 йй., 1782 й., 1793 й., 1794 й. — Себер сик һыҙығында, 1785 й. һәм 1795 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. Мөхәмәтҡолой а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Ҡолой а.) нигеҙ һала. Башҡ. халыҡ йыры “Ҡолой кантон” уға арналған. 10 улы араһынан билдәлеләре: Сәғит К. (1782—1850), сотник. 1825—42 йй. 5‑се башҡ. кантоны башлығы; Хәсән К. (1810—?), сотник (1857). 1828 й., 1833 й., 1843 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1847—50 йй. 1‑се башҡ. кантоны идарасыһы, 1856—59 йй. 9‑сы башҡ. кантоны башлығы. 1861 й. алып отставкала. Тирмән тотҡан; Абдулла К. (1813—?), яҫауыл (1855). Хиуа походында (1839—40) ҡатнашыусы. 1842 й. алып 6‑сы, 1849 й. — 2‑се башҡ. кантондары идарасыһы, 1856 й. — 9‑сы, 1860—61 йй. 10‑сы башҡ. кантондары башлығы. 1830 й. — Ырымбур сик һыҙығында, 1837 й. Ырымбур ҡ. хеҙмәт итә. Тирмән тотҡан; Ихтисам К. (1821—?), зауряд- хорунжий (1857). 1849—60 йй. 6‑сы башҡ. кантондарының береһендә йорт идарасыһы. Хәсән К. улдары: Мөхәмәтйософ К. (20.2.1838—?), 1861 й. башлап суд тәфтишсеһе. Ҡазан ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған; Мөхәмәтшәриф К. (2.4. 1856—?), унтер- офицер. Тирмән тотҡан. 1865 й. Хәсән К. һәм уның улдары Мөхәмәтйософ К. м‑н Мөхәмәтшәриф К. нәҫелдән күсә килеүсе дворяндар дәрәжәһе бирелә. К. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се киҫәгенә яҙылған.

А.Й.Ильясова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019