Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРҒАТУЙ

Просмотров: 1947

ҠАРҒАТУЙ, ҡарға туйы, ҡарға бутҡаһы, башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрамы. Яҙ—йәй мәлендә (апр. аҙағынан июнь уртаһына тиклем) үткәрелгән, ваҡыт үтеү м‑н яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән.

Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыҡҡан, бер көн алда ауыл кешеләренән йыйған аҙыҡ-түлек килтерелгән. Башҡортостандың көньяғында ағас һәм ҡыуаҡтарҙы төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар, төньяҡ-көнсығышында — сәскәләр, сағыу шәлдәр (ҡайһы ваҡыт ике ҡайынды бергә ҡушып бәйләгәндәр) м‑н биҙәгәндәр, көньяҡ-көнсығышында ағастарға ҡайһы берҙә ойотҡан (ҡатыҡ) ҡойолған, һауыт элгәндәр йә иһә уны ағастың төбөнә ҡуйғандар.

Ҡ. өлкән йәштәге ҡатындар араһынан байрамды алып барыусы (алсабыр, юлбарсы) һайлағандар. Уға ҡалай тәңкә һәм ҡабырсаҡ м‑н биҙәлгән башкейемгә (һөлдәһе туҙҙан эшләнеп, тыштан һәм эстән ҡыҙыл кизе-мамыҡ туҡыма м‑н ҡапланған) һәм түш биҙәүестәренә (ике ҡыҙыл яулыҡтан йәки ҡыҙыл туҡыма киҫәгенән түшелдерек тегелгән, улар бер-береһе м‑н тоташтырылған һәм ҡалай тәңкәләр м‑н биҙәлгән) оҡшаған мәрәкә кейем кейҙергәндәр. Традицион рәүештә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешергәндәр, ҡайһы ваҡыт бишбармаҡ әҙерләгәндәр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәксәк, эремсек һ.б. ризыҡ килтергәндәр. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелгән: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сыҡҡандар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйткәндәр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡырған. Байрамда ярыш ойошторғандар: ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар үҙҙәренең оҫталығын, һәләтен, етеҙлеген, көсөн күрһәтергә тейеш булған. Әйлән-бәйлән уйнағандар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып яңғыҙ һәм парлап бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Ярыштар һәм “ҡарға уйыны”, “аҡ тирәк”, “дөйә”, “гөргөлдәк”, “йүгереш”, “әбәк”, “ырғыуыс”, “арҡан йәки таҫтамал тартышыу”, “әүһәләй эйеү” кеүек халыҡ уйындары үткәргәндәр.

Байрам ваҡытында, ғәҙәттә, өс тапҡыр — ашҡа, ҡоштар һыйлауға саҡырып һәм байрам тамамланыуын белдереп — һөрән һалынған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында Ҡ. йыш ҡына ғибәҙәт ҡылғандар һәм ҡорбан салғандар. Ҡ. башҡорттарҙың, мәрхүмдәрҙең йәне ҡошҡа һәм йәнлеккә әүерелә ала, тигән ҡараштарына бәйле булған боронғо исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа (ҡара: Ата-бабалар культы, Ҡоштар культы). Быға оҡшаш йола байрамдары Көньяҡ Урал һәм Урта Волга буйындағы байтаҡ халыҡтарҙа осрай.

Әҙәб.: Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019