Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЮБОВИЦКИЙ Владимир Альфредович

Просмотров: 1199

ЛЮБОВИЦКИЙ Владимир Альфредович (4.1.1964, Көңгөр ҡ.), спортсы. Бобслей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2010). ӨАИ‑ны тамамлаған (1986). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Ш.Чанбарисов). Донъя кубогы этабының (1991) 4 һәм РСФСР чемпионатының (1987) 2 урынлы бобслей саналарында көмөш призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионатының бронза призёры (1988). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992). СССР (1985—91), БДБ (1992) йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәй Бобслей һәм скелетон федерацияһының Баш тренер советы рәйесе (2007—08, 2010—12), бобслей һәм скелетон б‑са Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры (2008—10).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные статьи: