Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМПЬЮТЕР МӘКТӘБЕ

Просмотров: 810

КОМПЬЮТЕР МӘКТӘБЕ, Белорет ҡ. урынлашҡан, математика, физика, информатиканы тәрән өйрәнеү б‑са урта дөйөм белем биреү учреждениеһы. 1989 й. Урал төбәк эксперименталь уҡытыу-ғилми комплексы филиалы булараҡ асыла. Ситтән килеүселәр өсөн дөйөм ятағы бар. К.м. уҡыусылары бөтә Рәсәй һәм респ. олимпиадаларының 200‑ҙән ашыу дипломына лайыҡ булған. Америка матем. йәмғиәте тарафынан К.м. БДБ илдәренең матем. йүнәлештәге иң көслө 10 мәктәп белем биреү структураһының береһе (1993), РФ Мәғариф министрлығы һәм “Мәҙәни башланғыс” (“Культурная инициатива”) халыҡ-ара фонды тарафынан гуманитар яҡтан Рәсәйҙәге иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе (1994) тип танылған. Мәктәпте 650‑нән ашыу кеше тамамлаған (2012). К.м. м‑н Р.Г.Хазанкин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.Г.Хазанкин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019