КҮМЕРТАУ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ
759
КҮМЕРТАУ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Белем биреү һәм мед. учреждениелары өсөн мебель, халыҡ өсөн корпуслы мебель етештерә. Составына бысыу, әҙерләү, йыйыу цехтары инә. 2011 й. 15 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
1953 й. “Башуглеразрезстрой” тресының Ағас эшкәртеү комб‑ты һәм Көйөргәҙе урындағы район сәнәғәт комб‑ты базаһында Урындағы ҡала сәнәғәт комб‑ты булараҡ ойошторола, 1959 й. алып Күмертау саңғы ф‑каһы, 1967 й. — Стәрлетамаҡ мебель комб‑тының 3‑сө цехы, 1994 й. — К.м.ф. муниц. пр‑тиеһы, 1998 й. — “Комплектация—Башмебель” бүлендек ЯСЙ, 2003 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар: