ИБРАҺИМОВТАР
ИБРАҺИМОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ибраһим Мерәҫов. Уның атаһы Өршәк-Мең улусы старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов билдәле, ул башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ихтилал ваҡытында Ҡыҙрас Муллаҡаев м‑н берлектә эш итә, улар 1737 й. февр. Килмәк Нурышевҡа бирелергә тәҡдим итә, окт.—нояб. баш күтәреүселәрҙең хөкүмәт вәкилдәре м‑н һөйләшеүҙәрендә ҡатнаша. Уның исеме Өршәк-Мең улусының Мерәҫ а. (Дәүләкән р‑ны Иҫке Мерәҫ а.) бирелгән. Ибраһим Мерәҫовтың улы —Усман И. (1764—?), 18 б. 90‑сы йй. Өршәк-Мең улусы старшинаһы, 19 б. башында 7‑се кантон нач. ярҙамсыһы. Уның исеме Стәрлетамаҡ өйәҙе ӨршәкМең улусы Уҫман а. (Ауырғазы р‑ны) бирелгән. Уның улы — Лоҡман Усман улы И. (1785—?), яҫауыл (1838). 1809 й. алып йорт старшинаһы, 1814 й. — 7‑се башҡ. кантоны нач. ярҙамсыһы, 1828 й. — начальнигы. 3,7 мең дисәтинә ере, поташ заводы һәм 2 тирмәне була. “Тырыш хеҙмәте өсөн” алтын миҙалы м‑н бүләкләнгән (1833). Уның улдары: Абдулфазыл Лоҡман улы И. (1820—?), яҫауыл (1858). Неплюев кадет корпусын тамамлаған (1838). 1854 й. башлап — 8‑се башҡ. кантоны, 1856 й. алып 28‑се башҡ. кантоны начальнигы. 3,9 мең дисәтинә ере, поташ заводы, тирмәне була. 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. (1862), “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән; Рөстәм-Хәким Лоҡман улы И. (1832—?), зауряд‑хорунжий. 26‑сы кантондың йорт старшинаһы. “1853—856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. И. нәҫеле 19 б. 2‑се ярт. Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған. И. нәҫеленә ш. уҡ Илд. А.Ибраһимов ҡарай.
Әҙәб.: Тагирова Л.Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. Уфа, 2011.
Л.Ф.Таһирова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина