Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНОКАМА МАРИ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 1286

КРАСНОКАМА МАРИ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1920 й. Бөрө уҡытыусылар семинарияһын (ҡара: Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе) үҙгәртеп ҡорғандан һуң, 1921 й. мари пед. техникумы булараҡ нигеҙләнә. 1924 й. Бөрө татар‑башҡ. пед. техникумы (ҡара: Бөрө татар педагогия училищеһы) м‑н берләшә, 1930 й. яңынан айырыла. 1934 й. Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а. күсерелгәндән һуң өлкә мари пед. техникумы, 1938 й. башлап К.м.п.у. Уҡытыу мари, татар һәм удмурт бүлексәләрендә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу (1938 й. алып) бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барылған. Китапханаһы, дөйөм ятағы, тиры, ярҙамсы хужалығы, уҡытыу‑тәж. участкаһы булған. Училище эргәһендә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курстары эшләгән. 2 мең самаһы белгес әҙерләнгән, улар араһында И.И.Иҫәкәев, Н.И. Иҫәнбаев, П.И.Сюткин. 1956 й. ябыла.

Әҙәб.: Исеметов С.И. Незабываемый марпедтехникум. Николо‑Берёзовка, 2006.

Д.С.Нурғәлиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019