МУСИН Әмир Шәғәли улы
1021
МУСИН Әмир Шәғәли улы (5.7.1937, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Түб. Һаҙ а. — 27.11.2017, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1974). 1957—98 йй. “Уфанефтехим” ААЙ‑нда эшләй: оператор ярҙамсыһы, оператор, өлкән оператор, 1988 й. алып ҡулайламалар нач., 1997 й. — Ветерандар советы рәйесе. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында М. исеме менән урам аталған.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.11.2019
Энциклопедиялар: