Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠ БАШЛЫ ҠАҘАҠ ТОҠОМО

Просмотров: 966

АҠ БАШЛЫ ҠАҘАҠ ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. 20 б. 30—40‑сы йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы, Ырымбур һәм Волгоград өлк. хужалыҡтарында урындағы ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ малдарын герефорд тоҡомо м‑н яңыртып ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған.

Башҡортостанға 60‑сы йй. бестужев тоҡомо, симменталь тоҡом, ҡара‑сыбар тоҡом м‑н сәнәғәт ҡасырыуы өсөн индерелә. Малдар йомро кәүҙәле, муйын аҫты ныҡ ҡалҡып тора, киң һигеҙгүҙ һөйәкле, ҡыҫҡа аяҡлы, яҡшы үҫешкән мускулатуралы. Төрлө төҫмөрҙәге ҡыҙыл төҫтә. Башы, муйын аҫты, ҡорһағы, аяғының аҫҡы өлөшө һәм ҡойроҡ суғы аҡ. Үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 800—900 кг, һыйырҙарҙыҡы — 500—600 кг. Ит сығышы 55% һәм унан күберәк. Малдар урындағы климат шарттарына яҡшы яраҡлашҡан, ҡышҡа ҡарай ҡуйы оҙон йөн м‑н ҡаплана. Тиҙ өлгөрөүсәнлеге м‑н айырыла. БР‑ҙа А.б.ҡ.т. һаны яҡынса 200 баш тәшкил итә (2009). А.б.ҡ.т. ҡатнаш һәм саф тоҡомло малдарының продуктлылыҡ сифаттарын өйрәнеү Аграр университетта (Ф.А.Каспранов, Н.Я.Ҡотдосов, Ф.Х.Сиражетдинов һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Ғ.Ш.Ҡорбанғәлиев, Н.Г.Фенченко һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Сиразетдинов Ф.Х. Формирование мясной продуктивности скота и рост компонентов туши. Уфа, 1999.

Н.Г.Фенченко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019