Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘЙЕПОВ Яхъя Зәйнулла улы

Просмотров: 918

ҠӘЙЕПОВ Яхъя Зәйнулла улы (18.6.1955, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2009). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Баймаҡ р‑нында эшләй: 1977 й. алып һәм 1981—85 йй. “Йылайыр” совхоз-техникумында (Яковлевка а.) уҡыта, 1979 й. башлап В.И.Ленин ис. к‑здың баш агрономы, 1979 й. дек. — Башҡ‑н респ. үҫемлектәрҙе һаҡлау ст. Баймаҡ диагностика һәм прогноз пункты мөдире, 1980—81 йй. Йомаш урта мәктәбе инструкторы. 1989—92 йй. БАХИ‑ла, 1994—96 йй. БДПИ‑ның Сибай филиалында эшләй. 1992 й. алып (өҙөклөк м‑н) БНИИСХ‑ла: 1995—97 йй. Сибай лаб. мөдире, 2006 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 2012–15 йй. БДАУ-ҙың Урал аръяғы филиалында уҡыта (Сибай ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре һуғарыулы һәм боғара ерҙәрендә тупраҡты һаҡлаусы игенселек, болон мал аҙығы етештереүпроблемаларына арналған. Ҡ. тарафынан Башҡортостандың дала зонаһы өсөн болон көтөүлектәре һәм ферма мал аҙығы сәсеүәйләнештәренеңсхемалары эшләнә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Основные технологические приёмы повышения плодородия почв и эффективного использования деградированных земель Башкортостана. Уфа, 2009 (авторҙ.); Воспроизводство плодородия чернозёмов при умеренном ресурсосбережении. Саарбрюккен, 2012.

И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: