КАРАИДЕЛЬ, ҡарағат сорты
КАРАИДЕЛЬ, ҡара ҡарағат сорты. 1995 й. М.Ғ.Әбдиева һәм Н.Ғ.Әбдүкова (БНИИЗиС) тарафынан Память Мичурина һәм Компактная сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы уртаса бейеклектә, аҙ тармаҡлы. Үрендеһе төҙ, ҡуйы ал төҫтә. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, ҡуйы йәшел, тоноҡ, йыйырсыҡлы. Емеш тәлгәштәре уртаса ҙурлыҡта, төҙ, бер аҙ төклө, уртаса ауырлығы 1,2 г булған йомро, эре әскелтем‑сөсө еләкле. Өлгөрөү ваҡыты һуң булған сорт. Шәкәр миҡдары 10,8%, С витамины — 192 мг%. Ҡышҡа сыҙамлылығы юғары, онло ысыҡ һәм антракноз м‑н аҙ зарарлана. Уңдырышлылығы 120 ц/га (Кушнаренко емеш-еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге, 1995). БР б‑са ҡулланылышҡа 2001 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.
М.Ғ.Әбдиева
Тәрж. Г.А.Миһранова