Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРП

Просмотров: 961

КАРП (Cyprinus carpio), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ, һаҙандың һыу ятҡылыҡтарында үрсетелгән, эйәләштерелгән формаһы. К. тәңкәле (бөтә кәүҙәһе тәңкә м‑н ҡапланған), көҙгөлө (тәңкәләре кәүҙә буйлап таралған), һыҙыҡлы (тәңкәләре ян һыҙығы б‑са урынлашҡан), яланғас (тәңкәһеҙ) булыуы м‑н айырыла. Оҙонлоғо 110 см тиклем, ауырлығы 20 кг тиклем. Бер урында йәшәгән балыҡ. Енси яҡтан 3—5 йылда өлгөрә. Июндә һай урындарҙа үҫемлектәргә ыуылдырыҡ сәсә. Үрсемлелеге 0,6—1,5 млн ыуылдырыҡ. Селбәрәһе зоопланктон, зообентос, оло К. һыу үҫемлектәре, моллюскылар, бөжәк балағорттары һ.б. м‑н туҡлана. Ҡиммәтле кәсеп балығы. Башҡортостанда венгр, немец, пара, урта урыҫ һәм урындағы тоҡомдарҙы үрсетәләр. К. быуаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа, күлдәрҙә тәбиғи һәм яһалма ысул м‑н үрсей. Яһалма үрсетеү м‑н Краснокама р‑нының “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ЯСЙ, Фёдоровка р‑нының «“Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы» ААЙ һ.б. шөғөлләнә. Был хужалыҡтарҙың быуаларында иң күп балыҡ биреүсәнлек 1,5—1,8 т/га, яһалма быуаларҙа — 50 кг/м2 тәшкил итә. 400—800 г булған тауар ауырлығына 2 йәшендә етә. Йыл һайын респ. 1,2 мең т тиклем К. үрсетелә һәм һатыла. 

Әҙәб.: Юдкин И.И. Ихтиология. М., 1970; Суховерхов Ф.М., Сиверцов А.П. Прудовое рыбоводство. М., 1975.

Р.Б.Йосопов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: