Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы

Просмотров: 927

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы (2.6.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Сереккүл а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны, — 23.5.2006, Дүртөйлө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). Силәбе совет-партия мәктәбен (1963), БАХИ‑ны (1974) тамамлаған. 1947—50 йй. Илеш р‑нында эшләй: Йәркәй МТС‑ы тракторсыһы, 1954 й. алып ВЛКСМ‑дың һәм КПСС‑тың район ком‑ттарында, 1958 й. — “Искра”, 1960—61 йй. — “Башҡортостан" к‑зының партия ком‑ты секретары. 1963—90 йй. Дүртөйлө р‑нының “Победа” к‑зы рәйесе. Ҡ. етәкс. колхоз үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы 24,6 ц/га, мал аҙығы тамыраҙыҡтары — 500 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3300 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 900 г, һәр һарыҡтан алынған йөн 4,4 кг тәшкил иткән (1979—85). РСФСР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: