Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘРАСОВ Мөхәмәт Хәмиҙулла улы

Просмотров: 1117

ҠЫҘРАСОВ Мөхәмәт Хәмиҙулла улы [1.2.1932, БАССР‑ҙың Яңы Ҡарамалы р‑ны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)], селекционер. А.х. ф. канд. (1969). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Ауырғазы р‑нының Салауат ис. к‑зы баш агрономы, 1958 й. алып — Йылайыр, 1960 й. — Мәләүез, 1961—74 йй. — Өфө дәүләт сорт һынау участкалары мөдире. 1975—99 йй. Йәшелсә хужалығы ҒТИ‑ның (Мытищи ҡ.) Өфө терәк пункты мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре һуған һәм һарымһаҡ селекцияһына, орлоҡсолоғона, агротехникаһына арналған. Ҡ. тарафынан яҙғы һарымһаҡтың Гафурийский һәм ужым һарымһағының Башкирский 85 сорттары сығарыла, уларҙы үҫтереүҙең агротехникаһы эшләнә һәм БР‑ҙа а.х. индерелә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Лучшие районированные сорта овощных культур Башкирии. Уфа, 1967.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019