Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЗИН Рәшит Кинйә улы

Просмотров: 869

КИНЗИН Рәшит Кинйә улы [15.11.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бишәүләр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 12.9.2002, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Салауат р‑нында эшләй: ВЛКСМ-дың район ком‑ты, 1948 й. башлап хеҙмәтсәндәр депутаттары район советының башҡарма ком‑ты секретары, 1949 й. — Мәсетле а/с, 1951 й. — “Йүрүҙән” к‑зы рәйесе, 1958 й. — район а.х. инспекцияһы нач., 1959—86 йй. “Йүрүҙән” с‑зы директоры. К. етәкс. с‑з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культуралары уңдырышлылығы 18,6 ц/га тәшкил иткән, етештерелгән (т): иген — 18000, һөт — 3600, ит — 1322,8 (1980). Респ. төньяҡ-көнсығыш урмандала зонаһында тәүге тапҡыр с‑зда культуралы көтөүлектәр булдырыла һәм һуғарыу ҡулланыла, һыйыр малының ҡарасыбар тоҡомон үрсетеү б‑са тоҡомсолоҡ эше ойошторола. БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә.Й.Закиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019