КИРИЛЛОВА Галина Борисовна
КИРИЛЛОВА Галина Борисовна (28.7.1961, Вологда өлк. Анкимар а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). Вологда һөт ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) Вологда өлк. эшләй. 1999—2013 йй. БДАУ‑ҙа (2005—08 йй. ғилми-тикшеренеү бүлеге нач.). Фәнни тикшеренеүҙәре сәсеү әйләнешендә ашламалар системаһын, ашламаларҙың а.х. культуралары һәм тупраҡ уңдырышлылығына тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. К. ҡатнашлығында ашламаларҙың дозаһын иҫәпләү алымдары һәм уларҙы ҡулланыуҙың агроэкологик экспертизаһы эшләнгән. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Эффективность использования удобрений и плодородия почв в хозяйствах Вологодской области. М., 2005 (авторҙ.); Агроэкологическая экспертиза применения удобрений в хозяйствах Чекмагушевского района Башкирии за 1995—2000 гг. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова