Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна

Просмотров: 973

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна [15.4.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Илек а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.7.2005, ш. уҡ райондың Баҡалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939—83 йй. Баҡалы р‑нының “Ленин юлы” к‑зында эшләй (1958—82 йй. өлкән ҡош ҡараусы). Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: тауыҡтарҙан йылына 215 йомортҡа алынған (1965). БАССР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1960, 1966), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме м‑н Баҡалыла урам аталған.

Хеҙм.: Этого можно достичь на каждой птицефабрике. Уфа, 1960.

Әҙәб.: Старостенков А. Наша Евдокия //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Кириллова Е.Ф. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Е.Ф.Кириллова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: