Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ

Просмотров: 1330

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ (лат. сonsistorium — йыйын урыны, совет), 1744—1918 йй. Урыҫ православие сиркәүендә епархия архиерейы ҡарамағындағы коллегиаль идара итеү органы. Изге Синод ҡарамағында була. Д.к. эшмәкәрлеге 1841 йылғы Уставҡа (1883 й. ҡайтанан ҡарала) ярашлы тормошҡа ашырыла. Присутствиенан (православие руханиҙарынан 5—7 ағза) һәм канцеляриянан тора. Адм. һәм суд бурыстарын башҡара (руханиҙарҙың һәм халыҡтың эштәрен ҡарай). 1917—18 йылғы Урыҫ православие сиркәүенең Поместье соборы ҡарары м‑н Д.к. үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.

Башҡортостанда Д.к., 1800 й. Өфө епархияһы барлыҡҡа килеү м‑н, епископ Амвросий I резолюцияһына ярашлы, Өфөлә ойошторола. Бөтөрөлгән Өфө дини идараһының бөтә благочиниелары, ш. уҡ Бөгөлмә, Минзәлә, Силәбе һәм Ырымбур дини идаралары Д.к. ҡарамағына тапшырыла. Д.к. эргәһендә Дини дәрәжәле фәҡирҙәр попечителлеге (1823) эшләй. Д.к. ағзалары Губерна статистика ком‑ты һәм архив комиссиялары составына инә. Д.к. билдәле ағзалары: протоиерейҙар В.Ф.Владиславлев, П.П.Желателев, Н.П.Индолёв (1908—17), А.А.Кандарицкий, А.Д.Михайлов (1904 й. алып), А.И.Рубинский (1899—1908), Д.И.Субботин, В.Е.Фелицын (1901—12), Н.А.Шестаков (1899—11). Индолёв, священниктар Г.Еварестов, А.Осипов, П.Хитров Д.к. тәүге һайланған ағзалары була. 1918 й. авг. Д.к. бөтөрөлә. 1825 й. алып Д.к. Воскресение урамындағы 34‑се йортта (хәҙ. Туҡаев урамы) — үҙенең 2 ҡатлы таш бинаһында урынлаша, бина 70‑се йй. һүтелә.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019