КОТЕЛЬНИКОВ Николай Алексеевич
КОТЕЛЬНИКОВ Николай Алексеевич (5.12.1850, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Левашев улусы Левашев а. — 15.10.1911, Өфө), дин әһеле. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1876). Өфө дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1874) Ир балалар дини училищеһында уҡыта, Стәрлетамаҡ өйәҙенең — Ергән, Өфө өйәҙенең Голодаев аа. сиркәүҙәрендә священник була. 1882 й. алып Богородский‑Өфө сиркәүе, 1893 й. — Крестовоздвижение сиркәүе настоятеле. 1881—1906 йй. Өфө өйәҙенең 1‑се округы сиркәүҙәре благочинныйы, 1902—11 йй. үҙе нигеҙ һалған Һаңғырау‑телһеҙҙәр училищеһы директоры. 1908 й. һуҡырайыуы сәбәпле Өфө епархияһы штатынан сыға. Доға уҡыусы пастырь, вәғәзсе булараҡ билдәле була. Батшабикә императрица Мария Фёдоровнаның һаңғырау‑телһеҙҙәр попечителлегенең Өфө бүлеге советы, Епархия училище советының Өфө өйәҙ бүлексәһе, Өфө өйәҙ училище советы, Өфө дини училищеһы идараһы ағзаһы (1900 йй. башы). 3‑сө һәм 2‑се дәрәжә Изге Анна орд. (1905), түшкә таға торған тәре, камилавка (1891) м‑н бүләкләнгән.
Әҙәб.: Двадцатипятилетний юбилей благочинного 1‑го округа Уфимского уезда Протоиерея Николая Алексеевича Котельникова //Уфимские епархиальные ведомости. 1906. №13.
Н.П.Зимина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина