Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ

Просмотров: 1195

ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ, христиандарҙың (протестанттарҙан башҡа) дини йолаһы; руханиҙарҙың һәм диндарҙарҙың ҡорамдар, монастырҙар тирәләй, бер ҡорамдан икенсеһенә йәки берәй билдәләнгән урынға, тәреләр, иконалар һәм дини байраҡтар (ҡара: Православие) йәки статуялар (ҡара: Католицизм) һ.б. изге әйберҙәр күтәреп, тантаналы йөрөүе. Т.й. 4 б. Константинополь Сиркәүендә барлыҡҡа килә, һуңынан 10 б. йола Урыҫ православие сиркәүе тарафынан ҡабул ителә. Т.й. ҡыңғырау ҡағыуҙан башлана, иҫтәлекле урындарҙа доғалар уҡыла һәм доға ҡылыу ғибәҙәттәре башҡарыла. Т.й. ғәҙәти (календарь б‑са), билдәләнгән көндәрҙә даими үткәрелә торғандарға (Пасха иртәһендә, Пасха Аҙнаһында көн һайын литургиянан һуң, өҫтәл байрамдарында һәм Дин хеҙмәттәре уставына ярашлы ун ике байрамда, урындағы изге урындар хөрмәтенә һ.б.); ғәҙәттән тыш — сиркәү һәм йәмәғәт тормошонда айырым әһәмиәткә эйә булған осраҡта (сәсеү башланыу уңайынан йәки уңыш булмау сәбәпле баҫыуҙарҙа, тәбиғи ҡазаларға бәйле торама тирәләй, һаулыҡ т‑да ғибәҙәт ҡылып, кешеләрҙең йорто тирәләй) епархия етәкселеге рөхсәте м‑н үткәрелә торғандарға бүленә. Өфө епархияһында мөғжизәле иконаларға арналған байрамдарҙа йыл һайын календарь Т.й. үткәреү йолаға әйләнгән. 1920 йй. аҙ. тиклем Өфө губернаһы буйлап Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы һәм Табын Божья Матерь иконаһы, Өфө һәм Вятка губерналары буйлап Берёзовка Святитель Николай Чудотворец иконаһы м‑н иң билдәле Т.й. була. Өфөлә ғәҙәти Т.й. Троица сиркәүенән алып Ағиҙел й. тиклем һыуҙы изгеләндереү йолаһы м‑н Крещениела (6/19 ғин.), Пасха Преполовеньеһы көнөндә һәм Терелтеүсе Раббы Тәреһен йөрөтөү байрамында (1/14 авг.); Воскресение кафедраль соборынан алып Архиерей йорто эргәһендәге Изге Рух инеү сиркәүенә тиклем уның өҫтәл байрамы айҡанлы Изге Рух көнөндә, Александр Невский часовняһына император Александр III 1888 й. (17/30 окт.) поезд һәләкәтендә ҡотолоу көнө айҡанлы, Успение ир‑егеттәр монастырына Успение байрамында (15/28 авг.); Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастырынан алып Воскресение кафедраль соборына тиклем Владимир Божья Матерь иконаһы м‑н уның байрамында (21 май/3 июнь, 23 июнь/6 июль, 26 авг./8 сент.) үткәрелә. Өфө епархияһында ғәҙәттән тыш Т.й. киң таралған, уларҙың айырыуса оҙайлылары Изге Синодтың махсус указы б‑са (1851, 1856, 1871, 1879, 1880) мөғжизәле Божья Матерь иконалары м‑н үткәрелә: Богородский—Өфө иконаһы м‑н — Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙенең ҡайһы бер ауылдары буйлап, Табын иконаһы м‑н Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡҡ. һәм ш.уҡ өйәҙҙәргә тиклем була. 20‑се йй. аҙ. Т.й. туҡтатыла, 80‑се йй. аҙ. яңыртыла. Христос сиркәүенең 2 мең йыллығына арнап, Өфө буйлап 2 мең кеше ҡатнашлығында Успение ир‑егеттәр монастырынан Изге Сергий кафедраль соборына тиклем тантаналы Т.й. үткәрелә (2000 й. марты); 2001 й. алып йыл һайын Троица көнөндә Өфө тирәләй ҡала нигеҙләнеүгә арнап, Урыҫ Юрмашы, Дмитриевка һ.б. ауылдарҙағы ҡорамдарға инеп, Т.й. үткәрелә. Ҡорамдарҙың өҫтәл байрамдары ваҡытында уларға Т.й. уҙғарыла.

Әҙәб.: Вера без дел мертва есть. Уфа, 2004.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: